Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында кесаҙна һайын “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.
Был башланғыс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстары нигеҙендә атҡарыла. Хәйбулла районы хакимиәте етәксеһе Рөстәм Шәрипов үткәргән "Инвестиция сәғәте"ндә был юлы бер проект ҡаралды. Эшҡыуар Нәзилә Килсенбаева Бүребай ауылында ит эшкәртеү мини-цехын төҙөү буйынса проект менән сығыш яһаны. Проект хаҡы - 2 миллион һум.
Яңы проектты тәҡдим итеүсе эште башлап ебәреү өсөн бина төҙөргә субсидия йәки ҡуртымға алырға ярҙам итеүҙәрен һораны. Бина булһа, ит эшкәртеү өсөн махсус ҡоролмаларҙы урынлаштырырға мөмкинлек буласаҡ, ти ул. Проект авторы фекеренсә, Хәйбулла районында малсылыҡ тармағы үҫешкән, шуға күрә районда ит эшкәртеү өсөн мини-цех төҙөү көнүҙәк мәсьәлә. Үҙебеҙҙә етештерелгән ит тәмлерәк тә, сифатлыраҡ та була тип ышандыра эшҡыуар.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың үҙебеҙҙә етештерелгән, йә иһә урында эшкәртелгән әйберҙәргә иғтибар биреү кәрәклеген билдәләгәйнек, был йәһәттән Хәйбулла эшҡыуарының проекты бик урынлы һәм кәрәкле.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.