Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
30 Август 2020, 11:38

Их, матур хәҙер бында!

Бинаны төҙөкләндереүгә алты миллион һумдан ашыу аҡса бүленгәйне.

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан Благовар районының Мирный ауылында иҫтәлекле ваҡиға булды – яңыртылған мәҙәниәт йорто асылды.
Бина Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы капиталь ремонтланды, матди-техник базаһы ла нығытылды. Әйткәндәй, милли проект нигеҙендә ошо эшкә алты миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.
Ремонт барышында бинаның ҡыйығы тулыһынса алмаштырылды, яңы ишек, тәҙрәләр ҡуйылды, эстән һәм тыштан стеналар, иҙән, түшәм яңыртылды. Бында шулай уҡ йылылыҡ системаһы, үткәргес торбалар, электр сымдары, янғынға ҡаршы ҡулайламалар алмаштырылды. Коридор, фойе, китапхана, грим һалыу бүлмәһе, директор кабинеты, тамаша залы, сәхнә яңы төҫ алды. Мәҙәниәт йорто өсөн ойоштороу техникаһы, мультимедиялы аппаратура, спорт кәрәк-ярағы, йыһаз һатып алынды.
Ауыл халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотларға мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һәм Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов килде. Тантананы асып, Рәнис Алтынбаев мәҙәниәт йорто тағы ла оҙаҡ йылдар дауамында ауыл халҡының яратҡан күңел асыу, осрашыуҙар урыны булып ҡалһын, тигән теләк белдерҙе.
Фото: culture.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: