Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
30 Август 2020, 11:55

Бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе лә күрергә мөмкин

Әбйәлил үҙәк район дауаханаһына яңы ҡорамал – видеофиброколоноскопия үткәреү өсөн эндоскопик комплекс алынған.

Әбйәлил үҙәк район дауаханаһына яңы ҡорамал – видеофиброколоноскопия үткәреү өсөн эндоскопик комплекс алынған. Хәҙер урындағы халыҡ ошо йүнәлештәге тикшеренеүҙәрҙе үтергә Өфөгә йәки Магнитогорск ҡалаһына йөрөмәйәсәк.
Район дауаханаһына бик кәрәкле ҡорамалды алыу Президент Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы мөмкин булды.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, эндоскопик аппарат алдынғы заман технологиялары нигеҙендә эшләнгән. Уның ярҙамында тикшереү барышында яһалған юғары сифатлы һүрәттәрҙе мониторҙа ҙурайтып ҡарап була. Һөҙөмтәлә ашҡаҙандың лайлалы тиресәһендәге бер миллиметрлыҡ үҙгәрештәрҙе лә күрергә мөмкин. Ә был үҙ сиратында дөрөҫ диагноз ҡуйырға, ашҡаҙан сей яраһын, һәр төрлө шештәрҙе дөрөҫ дауаларға булышлыҡ итә.
“Яңы комплекс ярҙамында йыуан эсәктең барлыҡ ауырыуҙарын, шул иҫәптән яман сир йүнәлешендәге үҙгәрештәрҙе һәм шештәрҙе иртә стадияла асыҡлау мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ ҡорамал полиптарҙы алып ташлау буйынса организмға артыҡ зыян килтермәгән операциялар яһауға мөмкинлек бирә”, – тип билдәләнеләр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Фото: appmed.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: