Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
26 Август 2020, 00:22

Яңы миҙгелдә – яңы үҙгәрештәр

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тиҙҙән яңы приборҙар менән юлдарҙағы транспорт сараларын тикшерәсәк, тип

“ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тиҙҙән яңы приборҙар менән юлдарҙағы транспорт сараларын тикшерәсәк, тип ишеткәйнем. Эшем йөк машинаһын йөрөтөү менән бәйле булғас, был һорау бигерәк тә ҡыҙыҡһындыра...

З. ЗӘЙТҮНОВ.
Салауат ҡалаһы”.

– Ысынлап та, быйыл көҙ автоһәүәҫкәрҙәрҙе төрлө яңылыҡтар көтә. Шуларҙың береһе: ЮХХДИ инспекторҙары “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” милли проекты сиктәрендә яңы приборҙар аласаҡ. Улар юлдарҙағы автомобилдәрҙә диагностикалау үткәрәсәк, һөҙөмтәлә нормаларҙы боҙған машиналарҙы файҙаланыу тыйыласаҡ. Шулай итеп, инспекторҙар транспорт сараларындағы шиналарҙың протекторҙарын, тормоз системаһын, яғыулыҡ двигателдәрен һәм руль системаһын инструменталь тикшереү өсөн махсус ҡоролмалар менән тәьмин ителәсәк.

Өҫтәүенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә юл япмаларының яҡтыртыу күләмен үлсәү өсөн махсус люксометрҙар бирәсәктәр. Улар юл участкаһының яҡтыртылыуының хәүефһеҙлек нормаларына тап килеү-килмәүен асыҡлаясаҡ. Әлегә был яңы техника Хакасия полицияһы хеҙмәткәрҙәренә генә бирелгән. Киләсәктә ул илдең башҡа төбәктәрендә лә барлыҡҡа киләсәк.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Читайте нас: