Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
25 Август 2020, 00:37

Хирургия комплексы яңы һулыш алды

"Был дауахана һуғыштан һуңғы осор һулышын сағылдыра. Уның үҙенсәлеген һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ".

Октябрьскийҙағы ҡала дауаханаһының хирургия комплексы 1951 йылда һалына. Ике йыл элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән барғанда дауахананың фасадын яңыртырға йөкләмә бирә.
Иҫкергән бинаны тулыһынса үҙгәртеп ҡорорға ҡарар итәләр. Ике йыл эсендә дауахананың нигеҙен нығыталар, ҡыйығын, фасадын яңырталар, күп урынлы палаталарҙа урындарҙы кәметеп, мөхитте уңайлыраҡ итәләр.
Тиҙҙән хирургия бүлегенә йыһаздар килтереләсәк, юғары технологиялы ультратауыш һәм эндоскопик диагностик ҡорамалдар урынлаштырыласаҡ, лифттар эшләй башлаясаҡ.
"Был дауахана һуғыштан һуңғы осор һулышын сағылдыра. Уның үҙенсәлеген һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ул заманса, матур һәм хәүефһеҙ булырға тейеш. Табиптар эшләһен, пациенттар уңайлы шарттарҙа дауаланһын - ошо беҙҙең бурыс", - тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Октябрьский ҡалаһы дауаханаһының хирургия комплексын яңыртыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: