Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
24 Август 2020, 20:15

Эштәрҙең гөрләгән сағы

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Өфөлә Мостай Кәрим урамын капиталь ремонтлау дауам итә. Был ҙур күләмле эш ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Төҙөүселәр эштәрҙе былтыр башлағайны, быйыл октябрҙә тамамларға йыйыналар.
1,2 километр оҙонлоғондағы участкала проектты дүрт этапта тормошҡа ашырыу алып барыла. Коммунистик урамынан Чернышевский урамына тиклем, Чернышевский урамынан - Достоевский урамына тиклем, Достоевский урамынан - Революция һәм Революция урамынан Яҡутов паркына тиклем. Бөтә был этаптарҙа ла ремонт эштәре бер юлы уҙғарыла.
Төҙөүсе ойошма вәкилдәре белдереүенсә, әле ямғыр канализациялары һәм бордюрҙар ҡуйылған. Икенсе һәм өсөнсө этапта һул яҡтан тротуарға шымартылған таш түшәлгән. Бер, өс һәм дүртенсе этаптарҙа асфальттың түбәнге ҡатламы, икенсе этапта түбәнге һәм өҫкө ҡатламы йәйелгән. Юлда люктар алмаштырылған, кабель үткәргестәре һәм яҡтылыҡ өсөн деталдәр һалып сығылған.
Әлеге ваҡытта эштең иң ҡыҙған мәле. Төҙөүселәр объектты ваҡытында тапшырыу өсөн бар тырышлығын һала. Ә киләһе йыл яҙ көнө “Арт-КВАДРАТ” ижади киңлегендә Коммунистик урамынан алып Чернышевский урамына тиклем 65 йәш ағас ултыртыласаҡ. Улар тирә-яҡҡа йәм өҫтәп ултырыр тип көтөлә.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: