Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
23 Август 2020, 22:43

Шеш ус төбөндәге кеүек күренә, тиҙәр

70 йәшлек пациенттың башы эсендәге яман шеште операция ярҙамында алырға кәрәк. Эш ювелир теүәллеген талап итә. Быныһы - өсөнсө операция...

Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһына яңы хирургия навигация станцияһы алынды. Ул республикаға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тапшырылды.
Медицинанан алыҫ торған кешеләр өсөн ҡорамал атамаһы бер ни ҙә аңлатмай, ә бына табиптар өсөн ул - алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Аппарат хирургтарға шештең ҡайҙа урынлашыуын теүәл асыҡларға һәм операцияны хәүефһеҙ үткәрергә ярҙам итә.
Шеш ус төбөндәге кеүек күренә, ти табиптар. Экранда – баш мейеһенең өс үлсәүле проекцияһы. 70 йәшлек пациенттың башы эсендәге яман шеште операция менән алырға кәрәк. Нейрохирург махсус инструмент ярҙамында шештең ҡайҙа урынлашыуын һәм уны сығарыу юлын аныҡ билдәләй. Операция ювелир теүәллеген талап итә. Орган ныҡ йәрәхәтләнмәгәс, пациенттар тиҙерәк һауыға.
Табиптарҙың әйтеүенсә, хәҙер операция 4-6 сәғәт эсендә яһала. Элек ике тапҡырға күберәк ваҡыт талап ителгән. Манипуляциялар аҙ тишемле ысул менән башҡарыла. 38,5 миллион һумлыҡ навигация системаһы дауаханала июль айында эшләй башлаған. Өсөнсө ҡатмарлы операция тап уның ярҙамында яһалған.
Был ҡорамалды ҡулланыу даирәһе киң. Лор-хирургия, травматология һәм быуындар протезлау өлкәһендә ул ярҙамға киләсәк. Дауаханаға көн дә баш мейеһенең ҡан тамырҙары сирҙәре менән тиҫтәләгән ауырыу килә. Элек, ҡорамал булмау сәбәпле, күбеһен федераль үҙәктәргә ебәрергә тура килгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: