Сибайҙа үткән “Урал аръяғы – 2020” инвестиция һабантуйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Милли социаль инициатива” пилот проектына старт бирҙе.
Уның сиктәрендә республикала социаль тармаҡта дәүләт-шәхси партнерлыҡтың үҫешен тиҙләтеү, бизнестың һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы социаль хеҙмәтләндереүгә яҡыныраҡ итеү, инновациялы социаль инфраструктураға йүнәлтелгән инвестицияларға дәүләт ярҙамы сараларын киңәйтеү планлаштырыла.
– Милли социаль инициатива проекты беҙҙең төбәк өсөн үтә мөһим. Пилот проектында ҡатнашыу – уйланылған ҡарар. Был ғәмәл кешеләр һәм уларҙың проблемаһы тураһында, шуға күрә хәлдән сығыуҙың төрлө юлдарын уйлау зарур. Проект сиктәрендә беҙ шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән тәжрибә уртаҡлаша аласаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров кәңәшмә барышында.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Башҡортостанда “Социаль контракт” проекты эшләп китеүен, уның сиктәрендә 500 миллион һум аҡса бүленеүен, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр адреслы ярҙам аласағын билдәләп үтте. Шулай уҡ төбәктә социаль хеҙмәтләндереү тармағына дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙы йәлеп итеү тәжрибәһе бар.
Төп мәсьәлә – йыйған тәжрибәне аныҡ эштәргә йүнәлтеү, тип билдәләй республика етәксеһе.
“Стратегик башланғыстар агентлығы”ның генераль директоры Светлана Чупшева кәңәшмә барышында был проектты ҡалаларҙа ғына түгел, ауыл ерендә лә йәйелдереү мөһимлеген билдәләне.
– Башҡортостан пилот проектын тормошҡа ашыра башлаған биш төбәктең береһе булып тора. Былтыр ошо һабантуй сиктәрендә беҙ социаль эшҡыуарҙар менән осрашҡайныҡ, шуға күрә, бер йыл үткәс, “Милли социаль инициатива” проектына старт биреү символик әһәмиәткә эйә. Кешеләр осратҡан ҡаршылыҡтарҙы беҙ команда менән ҡаршы алырға тейеш. Мәҫәлән, социаль хеҙмәттәр менән медицина хеҙмәтләндереүе айырым булырға тейеш түгел. Кешеләргә теләһә ниндәй хәлдә комплекслы ярҙам күрһәтеү кәрәк, - тине Светлана Чупшева.
Кәңәшмә сиктәрендә ошо йәһәттән Омск өлкәһе тәжрибәһе билдәләнде.
– Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә иртә ярҙам күрһәтеү, социаль етемлекте иҫкәртеү йәһәтенән ғаилә институтын нығытыу – Омск өлкәһе өсөн төп йүнәлештәр, - тип белдерҙе Омск өлкәһенең мәғариф министры урынбаҫары Оксана Груздева.
“Милли социаль инициатива” пилот проекты шулай уҡ Түбәнге Новгород, Новгород, Калининград, Кемеров өлкәләрендә тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
Әйткәндәй, Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырылған , “Һаулыҡ һаҡлау”, “Демография”, “Мәғариф” милли проекттарында ла социаль мәсьәләләр төп йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала һәм төрлө төбәк проекттары сиктәрендә эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла.