Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
22 Август 2020, 09:28

Диагнозды дөрөҫ ҡуйырға булышасаҡ

“Онкологик сирҙәр менән көрәш” федераль проекты буйынса сканерлаусы Leica Aperio CS2 микроскопы алынды.

Заманса мөғжизәле аппараттар республика дауаханаларына килеп тора. Яңыраҡ Күмертау дауаханаһы “Онкологик сирҙәр менән көрәш” федераль проекты буйынса сканерлаусы Leica Aperio CS2 микроскопы алды.
Был юғары етештереүсәнле сканер гистологик препараттар менән эш итеү өсөн тикшерелеүсе туҡымаларҙың һүрәтен теүәл алырға ярҙам итә. Сканерланған һүрәттәр серверҙа яҡшы һаҡлана, ә конфиденциаль мәғлүмәт учреждениела ҡала. Пандемия шарттарында микроскоп коронавирус инфекцияһын диагностикалауҙа ла ҙур ярҙам күрһәтә. Бындай заманса микроскоптар Өфө һәм Стәрлетамаҡ ойошмаларына ла ебәрелгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: