Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
20 Август 2020, 13:34

Түләүҙәр алыусы ғаиләләр артты

Хәҙерге ваҡытта беренсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларға түләүҙәрҙе республикалағы 22 меңдән ашыу ғаилә ала.

Ошо йылдан башлап “Демография” милли проектына ярашлы балаларына түләүҙәр алыусы ғаиләләр һаны байтаҡҡа артты. Был түләүҙәр осороноң оҙайтылыуы һәм мохтажлыҡ критерийҙарының үҙгәреүе менән бәйле.
Әгәр элек ата-әсә өҫтәмә средстволарҙы балаға йәш ярым тулғансыға ҡәҙәр алһа, быйылдан башлап түләүҙәр осоро өс йылға тиклем оҙайтылды. Бынан тыш, элек түләүҙәр килеме йән башына 1,5 йәшәү минимумы тәшкил иткән ғаиләләргә иҫәпләнде. Быйылдан башлап килем бер кешегә ике йәшәү минимумынан кәм булғанда, бөтә ғаиләләр түләүҙәр алыуға хоҡуҡлы.
Хәҙерге ваҡытта беренсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларға түләүҙәрҙе республикалағы 22 меңдән ашыу ғаилә ала. Икенсе балаға пособие әсәлек капиталынан түләнә, уны тәғәйенләү өсөн Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Беренсе, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларға түләүҙәрҙе тәғәйенләүгә ғаризаны бала тыуғандан һуң өс йыл дауамында теләгән ваҡытта бирергә мөмкин. Әгәр ҙә ғаилә бала тыуғандан һуң алты ай эсендә түләү тәғәйенләү тураһында мөрәжәғәт итһә, түләү бала тыуған датанан алып иҫәпләнә, йәғни мөрәжәғәт иткәнгә тиклемге айҙар өсөн дә түләнә. Әгәр ҙә бала тыуғандан һуң алты ай үткәс мөрәжәғәт итһәгеҙ, түләүҙәр ғариза яҙған көндән генә тәғәйенләнәсәк.
Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала ҡайһы бер социаль ярҙам саралары ғариза яҙмайынса ла оҙайтыла. Был 1 апрелдән 30 сентябргә тиклемге осорҙа сроктары сыҡҡан ярҙам сараларына ҡағыла. Тимәк, төбәк социаль ярҙам сараларын алыусы граждандарға Күп функциялы үҙәктәргә йәки социаль ярҙам учреждениеларына барырға кәрәкмәй. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, социаль ярҙам сараларын тәғәйенләү мөрәжәғәт иткән айҙан түгел, ә граждандарҙың социаль ярҙам сараларына хоҡуғы барлыҡҡа килгән айҙан башлана.
Фото: Don24.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: