Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
12 Август 2020, 19:43

Американдарҙы ла хайран итерҙәр әле!

*

Быйыл Башҡортостан аграр сәнәғәт комплексының 93 миллион долларлыҡ продукцияһын экспортҡа сығарған.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был – 9 авгусҡа ҡарата мәғлүмәттәр һәм улар былтырғы аграр сәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа сығарыу графигынан күпкә алдараҡ бара. Әйткәндәй, эшкәртелгән продукция өҫтөнлөк ала башлаған.
Туймазы районынан «Laycy Queen» предприятиеһы, мәҫәлән, кондитер изделиеларын экспортҡа сығара икән. Һөҙөмтәлә башҡорт етештереүсеһенең продукцияһын Рәсәй төбәктәрендә, БДБ илдәрендә яратып һатып алалар. Өҫтәүенә, Япония, Вьетнам, Төньяҡ Ҡытай, Израиль, АҠШ менән татлы продукцияны экспортҡа сығарыу тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. Шуға киләсәктә предприятие етәкселеге етештереүҙе киңәйтергә уйлай. Бының өсөн квалификациялы белгестәрҙе йәлеп итәсәктәр. Улар өсөн халыҡ-ара стандарттарға тап килгән хеҙмәт шарттары булдырылған да инде. Әйткәндәй, ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Аграр сәнәғәте комплексы продукцияһын экспортлау” федераль проекты күрһәткестәренә ярашлы, 2024 йылға республикала ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау күрһәткесе
230 миллион долларға барып етергә тейеш.
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: