Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
9 Август 2020, 10:18

Урмандарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Быйыл акция барышында Башҡортостанда 170 мең тирәһе ағас үҫентеһе ултыртыласаҡ.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йыл һайын көҙ Урман хужалығы федераль агентлығы тарафынан “Урмандарҙы һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторола.
Был сараның төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын илебеҙҙең урман байлыҡтарын һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм байытыуға йүнәлтеү.
Быйыл Башҡортостандағы урмансылыҡтарҙа ла ағас үҫентеләрен күпләп ултыртасаҡтар, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Барыһы 43 гектарҙы 170 мең тирәһе ағас үҫентеһе йәмләйәсәк. Улар киләсәктә урман булып шаулар әле!
Әйткәндәй, Башҡортостан ил Президентының май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлайыҡ” проектында ҡатнаша.
Фото: республиканың Урман хужалығы министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: