Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
5 Август 2020, 23:22

Түҙемһеҙләнеп көтәләр

Бөрө ҡалаһында балалар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн поликлиника асыласаҡ.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2021 йыл аҙағында Бөрө ҡалаһында балалар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн поликлиника асыласаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы – дәүләт заказсыһы, “Корунд” йәмғиәте генераль подрядсы булып тора.
Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа Бөрө халҡы һан йәһәтенән тотороҡло үҫә. Шуға был социаль йәһәттән мөһим объекттың сафҡа инеүен бында түҙемһеҙләнеп көтәләр. Әйткәндәй, райондағы медицина ойошмалары 1913 – 1970 йылдарҙа төҙөлгән. Шуға медицина ярҙамын күрһәтеүҙең заман тәртип-талаптарына артыҡ тура килмәй. Һаулыҡ һаҡлау буйынса яңы объект иһә тотош район халҡы өсөн ҙур бүләккә әйләнәсәк.
Бөгөн төҙөүселәр поликлиниканың нигеҙен һалып бөткән, тиерлек. Бинаның дөйөм майҙаны 2 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Был балалар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн поликлиника медицина ярҙамын үҙ ваҡытында алыуға һәм квалификациялы ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк. Тимәк, демография хәле тағы ла яҡшырасаҡ. Бынан тыш, “Һаҡсыл поликлиника” һәм “Асыҡ теркәү” процестарын ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итәсәк. Өҫтәүенә, пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы, хәүефһеҙ шарттар булдырасаҡ. Иң мөһиме: халыҡтың сәләмәтлеген һәм тормошон үҙ ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамында ярайһы уҡ яҡшыртыуға өлгәшеп буласаҡ. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты тап ошо маҡсаттарға өлгәшеү өсөн барлыҡҡа килгән.
Фото: Бөрө районы хакимиәте.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: