Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
5 Август 2020, 12:36

Проектта- Аҡъярҙа шәхси балалар баҡсаһы асыу

Ул заман талаптарына тулыһынса тап киләсәк: бәләкәйҙән инглиз теле, ментал арифметика өйрәтеләсәк.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.
Был башланғыс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстары нигеҙендә атҡарыла. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән үткән кәңәшмәлә был юлы бер проект ҡаралды. Район үҙәгендә шәхси балалар баҡсаһы төҙөү проекты кескәйҙәрҙе бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, эшкә сығыусы ата-әсәләр өсөн тәғәйенләнә. Ата-әсәләр мәктәпкәсә балалар учреждениеһындағы үҙ сираттары еткәнсе, шәхси балалар баҡсаһына тәнәйҙәрен ҡалдырыу мөмкинлеге тыуҙырыла.
Проект авторы - А.Данилова. Бизнес-план тәҡдим итеүсенең был өлкәлә тәжрибәһе етерлек, ул "Эврика" балалар үҫеше үҙәге етәксеһе. Проекттың төп асылы - бәләкәстәрҙе тәрбиәләүҙә һәм үҫтереүҙә, уларҙың һәләттәрен асыуҙа өҫтәлмә рәүештә юғары квалификациялы педагогтар йәлеп итеү, бәләкәйҙән сит телдәргә өйрәтеү, заманса яңы йүнәлештәрҙең бер төрө - ментал арифметика, шахмат кеүек уйындар ярҙамында баланы бар яҡлап үҫтереү.
Кәңәшмә аҙағында Рөстәм Шәрипов яуаплы кешеләргә тәҡдим ителгән проектты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү буйынса күрһәтмәләр бирҙе.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы “Иҡтисади үҫеш” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: