Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
25 Июль 2020, 10:07

Милли проекттар буйынса аныҡ һөҙөмтәләр бар

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

24 июлдә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов эш кәңәшмәһе уҙғарҙы. Республиканың муниципаль райондары, ҡала округтары хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашлығында ойошторолған сарала милли проекттарҙың үтәлеше ҡаралды.
Кәңәшмәлә муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлеге һәм төбәк проекттарының муниципаль кимәлдә өлгәшелгән маҡсатлы күрһәткестәре буйынса мәғлүмәт тәҡдим ителде.
Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, 2020 йылда 199 төбәк проектының маҡсатлы күрһәткестәрен тормошҡа ашырыу панлаштырылған, шул иҫәптән, уларҙың 76-һы муниципаль кимәлгә еткерелгән.
Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 31,7 миллиард һум аҡса бүлеү күҙаллана, шуның 20,5 млрд һумы – федераль ҡаҙнанан.
Федераль финанслау буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урында килә.
7,7 миллиард һумдан ашыу аҡса мәғариф, мәҙәниәт объекттарының матди-техник базаларын нығытыу, юлдар төҙөү, ремонтлау, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу, төҙөкләндереү өсөн муниципаль ҡаҙналарға йүнәлтеләсәк.
2020 йылда 47 объектты сафҡа индереү маҡсат итеп алына, уларҙың иң мөһимдәре – 20 балалар баҡсаһы, 6 мәктәп, 13 ФАП һәм 2 мәҙәниәт йорто
Кәңәшмәлә төбәк проекттары етәкселәре тәүге һөҙөмтәләрҙе барланы, маҡсатлы күрһәткестәрҙең нисек күҙалланыуы тураһында һөйләне.
Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Илшат Тажетдинов объекттарҙы төҙөү темпын тиҙләтергә, милли проекттарҙың бюджетын планға ярашлы үтәргә һәм урындарҙа милли проекттарҙың нисек тормошҡа ашырылыуын тейешле кимәлдә яҡтыртырға ҡушты.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: