Башҡортостан предприятиелары рапс һәм соя етештергән өсөн федераль субсидия алырға мөмкин. Республика ошо культураларҙы үҫтергән 39 төбәк иҫәбенә инде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан. Финанслауҙың дөйөм күләме – «Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә сығарыу» федераль проекты сиктәрендә 3,3 миллиард һум.
Әлегә ошо мәсьәлә буйынса дөйөм мәғлүмәт кенә бар: дәүләт ярҙамы тышҡы баҙарҙа һорау менән файҙаланған майлы культураларҙы эшкәртеү продукцияһын етештереү күләмен арттырыуға йүнәлтелгән, тиелә.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, ағымдағы миҙгелдә рапс сәсеүлектәре – 32,7 мең гектар, соя 2,6 мең гектар тәшкил иткән.
Рапс етештереү күп сығым талап итә – махсус агрегаттар, технологияларҙы үтәргә, һәйбәт үҫһен өсөн ашлама кәрәк, баҫыуҙарҙы сүп үләндәренән һәм ҡоротҡостарҙан эшкәртеү мотлаҡ. Ә уңышҡа һәм майға хаҡтар күп осраҡта баҙарҙағы конъюнктураға бәйле.