Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
8 Июль 2020, 20:23

Беҙҙең “Асыҡ төбәк” – иң яҡшыһы!

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитика үҙәге Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының заказы буйынса һанлы технологиялар программаларының конкурентлыҡ ҡеүәһен баһалау йәһәтенән конкурс үткәрҙе. Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Конкурсҡа бөтәһе 300-ҙән ашыу ғариза тапшырылды. Эштәр 12 номинация буйынса баһаланды. Башҡортостанда төҙөлгән “Асыҡ төбәк” власть органдарындағы процестарҙы һәм халыҡ менән үҙ-ара эш итеүҙе автоматлаштырыу программаһы үҙебеҙҙең эшләнмәләр һәм практикалар араһындағы бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.
Республика Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программа юғары ҡеүәтле һанлы технологиялар нигеҙендәге ватан эшләнмәләре араһында юғары конкурентлыҡ өсөн еңеүсе, ABBYY, Һаҡлыҡ банкы, Электрон Офис Системалары, Directum кеүек компанияларҙың продукттары менән бер рәттән Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды. Республикабыҙҙың был ҡаҙанышын Рәсәйҙә таратырға тәҡдим ителде.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: