Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
7 Июль 2020, 22:48

Һеҙҙең ихата төҙөкләндереләме?

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала Зауыҡлы биләмәләр йылы буйынса сараларҙы бойомға ашырыу дауам итә. Ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү төп дүрт йүнәлеште үҙ эсенә ала: газондар, тротуарҙар, кәртәләр һәм яҡтыртыу.
Яңы кәртәләрҙе, газондарҙы, тротуарҙарҙы, яҡтыртыу ҡормалдарын ҡуйыу һәм ремонтлау эштәре бөтә республика буйынса тормошҡа ашырыла. Әле 163 километр күләмендә кәртә ремонтланған. Ҡыҙыл линияла урынлашҡандары бер төрлө итеп ҡуйыла. Газондарҙың да торошо үҙгәрә: 26 муниципалитетта 128 мең квадрат майҙанда ремонт эшләнгән һәм яңылары һалынған. Үҙәк урамдарҙа, ихаталарҙа түтәлдәр яңыртылған һәм тергеҙелгән. Тротуарҙар ҙа ситтә ҡалмай – уларҙың 23 километры ремонтланған.
Таҙалыҡ көндәре уҙғарылып тора. Уларҙа барлыҡ муниципаль берәмектәр ҙә ҡатнаша, йәғни 700 меңдән ашыу кеше. 17 мең тоннанан ашыу сүп-сар сығарылған.
Зауыҡлы биләмәләр йылында дан һәм хөрмәт урындарын төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар бирелә. Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылында 350 һәйкәл, обелиск, мемориал ремонтланған.
Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: