Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
6 Июль 2020, 23:01

Сүп-сарҙан - кәрәкле әйбер

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Уҡыусылар икенсел сеймалдан эшләнгән әйберҙәр конкурсында ҡатнашҡан.
Был сараны Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе төбәк опретаторы – “Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – ойошторҙо. Ике этаптан торған конкурста барлығы 80-дән ашыу мәктәп ҡатнашҡан.
Бәйгенең беренсе этабы – мәктәптә, икенсеһе ошо белем биреү ойошмалары араһында үткәрелгән. Ә иң яҡшы эштәр социаль селтәрҙә тауыш биреү юлы менән һайлап алынған, тип хәбәр итә “Молодежная газета” баҫмаһы.
Һәр бәйге еңеүсеһеҙ булмай. Сираттағы конкурста иһә Үрге Йәркәй ауылының 1-се гимназияһының VIII класс уҡыусыһы Баязит Ваншиндың эше иң яҡшыһы тип табылған.
“Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Лилиә Ноғаеваның белдереүенсә, ошондай саралар һөҙөмтәһендә балалар үҙҙәренә киләсәктә кәрәк буласаҡ шөғөлгә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ғәҙәткә эйә буласаҡ. Уҡыусылар сүп-сарҙы ҡалдыҡ ҡына түгел, эшкәртеү өсөн икенсел сеймал икәнлеген аңлап үҫәсәк. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса гимназия сүп-сарҙы йыйыу өсөн контейнерҙарҙы аласаҡ.
Әйткәндәй, был конкурс “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы һәм ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекттары сиктәрендә мөмкин булды.
Фото: “Молодежная газета”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: