Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
6 Июль 2020, 23:05

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй экспорт үҙәге (РЭЦ) халыҡ-ара кооперация һәм экспорт өлкәһендә үткәрелгән “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй премияһына ғаризалар ҡабул итеүҙе 12 июлгә тиклем оҙайтты.
Был конкурста илдең бөтә федераль округтарынан эскпортҡа тауар сығарыу менән шөғөлләнгән бәләкәй, урта һәм эре бизнес вәкилдәре, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.
Абруйлы премия бер нисә номинация буйынса тапшырыла: сәнәғәт, ауыл хужалығы, юғары технологиялар, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү, трейдер өлкәләре буйынса йылдың иң яҡшы эспортерҙары билдәләнә, шулай уҡ “Йыл алға китеше” һәм “Яңы география” тигән номинациялар ҙа булдырылған.
Әлеге конкурс Рәсәй Президенты Влапдимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ойошторола.
“Йыл экспортеры” конкурсында ҡатнашыу, ғариза биреү шартары менән танышыу өсөн һылтанма: https://www.exportcenter.ru/awards/
Фото: www.hibiny.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: