Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
30 Июнь 2020, 13:49

ПОСОБИЕ ӨСӨН ЙЫЛ АҘАҒЫНА ТИКЛЕМ МӨРӘЖӘҒӘТ ИТЕП ӨЛГӨРӨРГӘ КӘРӘК

.

Өс йәштән ете йәшкә тиклем балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн аҡсалата түләү әлегә 20 меңдән ашыу сабыйға түләнгән. Барлыҡ ғаризалар Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге ҡарамағына алына, һуңынан пособиеның тәғәйенләнеүе йәки ғаиләнең уға хоҡуғы булыу-булмауы тураһында мотлаҡ хәбәр ителә.
Документтар теүәл булмаһа, ҡабаттан ғариза яҙа алаһығыҙ. Шулай ҙа 2020 йыл аҙағына тиклем өлгөрөргә кәрәк. Һәр осраҡта ла аҡсалата түләү 1 ғинуарҙан тәғәйенләнәсәк. Әммә бының өсөн һеҙҙең хоҡуғығыҙ булыуы һәм уның раҫланыуы шарт.
Июлдә пособиены май-июнь айҙарында ғариза биргәндәр аласаҡ.

Венер Исхаков

Читайте нас: