Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
29 Июнь 2020, 17:53

Тармаҡ заман менән бергә атларға тейеш

.

Башҡортостанда малсылыҡ тармағында электрон ветеринар сертификация системаһы әүҙем үҫешә. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында “Россельхознадзор” идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ришат Ҡотломәтов белдерҙе.
Малсылыҡ тауарҙарын етештереү, әйләнешен һәм күсеп йөрөүен мониторинглау, уның хәүефһеҙлеген арттарыу маҡсатында 2018 йылдың 1 июленән илдә “Меркурий” дәүләт мәғлүмәт системаһы эшләй башланы. Бөгөн унда 64 мең ауыл хужалығы етештереүесеһе – ойошмалар, крәҫтиән һәм фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар теркәлгән. Электрон документтарҙың төп өлөшө ит, балыҡ һәм һөт тауарҙарына тура килә.
Ведомство етәксеһе белдереүенсә, быйыл теркәлгән электрон документтар һаны артҡан, улар 37 миллион дананан ашҡан.
Өлгөләрҙе хәүефһеҙлек талаптарына тикшереү алты аккредитация үткән лабораторияларҙа үткәрелә, уларҙың барыһы ла “Россельхознадзор”ға ҡарай. 26 июнгә ҡарата белгестәр 538 малсылыҡ тауары өлгөһөн тикшергән.
Ришат Ҡотломәтов белдереүенсә, киләсәккә иң мөһим бурыс булып хужалыҡ иткән субъекттарҙы 100 процент “Меркурий” системаһында теркәү. Бының өсөн инфраструктура мәсьәләләрен хәл итеү, айырып алғанда компьютер техникаһы һәм интернет менән тәьмин итергә кәрәк.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә был мәсьәләлә ярҙам күрһәтергә ҡушты.
– Был бик мөһим йүнәлеш, – тине Радий Фәрит улы. – Электрон сертификацияға күсеү мәсьәләһен бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтарҙы йыйып айырым кәңәшмәлә ҡарарға кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: