Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
29 Июнь 2020, 17:54

Кешеләрҙең юғалыу осраҡтары арта

.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләрҙә авариялар, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса аҙналыҡ хәлдәр менән таныштырыу дауам итә.
Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдереүенсә, Башҡортостан юлдарында уҙған аҙнала 12 кеше һәләк булған. Барлығы 68 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 75 кеше йәрәхәтләнгән. Былтыр ошо уҡ ваҡытта 162 кеше һәләк булған, быйылғы менән сағыштырғанда 17 кешегә кәмерәк. Бер ни тиклем күрһәткестәрҙе ауыҙлыҡлау күҙәтелә. Тик был йәһәттән эш туҡтарға тейеш түгел.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, уҙған аҙнала 194 янғын булып, уларҙа ике кеше һәләк булған. Бында уңыштар ҙурыраҡ. Былтырғы менән сағыштырғанда 31 кешегә әҙерәк һәләк булған.
Һыуҙа өс кеше батып үлгән. Уларҙың бөтәһе лә тәғәйенләнмәгән урында һыу ингән. Һыуҙа батыусылар алдағы аҙналар менән сағыштырғанда, әҙерәк кеүек, тик үткән аҙнаның һалҡын тороуон иҫәпкә алғанда, әллә ни яҡшы яңылыҡ түгел.
Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, Туймазы районында ер аҫтынан нефть шыйыҡсаһы ағып ятыуы теркәлгән. Уны йыйып алыу һәм эшкәртеүгә алып барыу эше менән “Башнефть-Добыча” предприятиеһы шөғөлләнә.
Башҡортостанда урманда юғалыу осраҡтары артҡан. Был еләк һәм бәшмәк йыйыу миҙгеле башланыуға бәйле. Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала туғыҙ юғалыу осрағы буйынса хәбәр килгән.
– Бер кешене әле һаман эҙләп тапманылар. Белорет районында 28 йәшлек ир 24 июндә үк урманға китә һәм әле һаман уның ҡайҙалығы тураһында мәғлүмәт юҡ, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы муниципалитет етәкселәренә был хәлгә иғтибар итергә ҡушты.
– Ысынлап та, юл буйлап китеп барғанда шундай күренешкә тарыйһың: юл буйлап машиналар ҡалдырылған, кешеләр баҫыуҙа еләк йыя. Элекке, матур йола был, тик кешеләр ҡайһы саҡта артыҡ мауығып китә һәм аҙаша, – тине Радий Хәбиров.
Фото: look.com.ua
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: