Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
29 Июнь 2020, 17:46

Үҙ эшен асырға теләгән фермерҙарға ярҙам

.

Милли проект төбәктә икенсе йыл тормошҡа ашырыла. Республика фермерҙары ауыл хужалығы министрлығы аша агростарт-ап проектына үҙ тәҡдимдәрен индереп финанс ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә.
Үҙ эшен асыусы фермерҙар өсөн дәүләт тарафынан агростартап проекты төбәктә икенсе йыл рәттән тормошҡа ашырыла. Үткән йыл был проектта 115 кеше ҡатнашҡан. Быйыл 466 кешенән ғариза ҡабул ителгән.
Үҙ эшен башларға теләгән фермерҙарҙың ғаризаларын ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәренән тыш, ирекле белгестәр ҙә ҡарай. Төбәктә агростатап проектын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 260 миллион, ә республиканан 6 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Автор: Эльдар Фаттахов
Читайте нас: