Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм сәнғәт әһелдәренә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, танылған яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов та бар. Уға әҙәбиәтебеҙҙе халыҡ-ара кимәлдә танытҡаны өсөн "Башҡортостандың аткаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.
- Беҙҙең республиканы танытҡан бик күп йәштәребеҙ бар. Йырсы Радик Юлъяҡшин, музыкант Зәйнетдин, "Арғымаҡ" төркөмө... Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптары иһә бик күп төрки телдәргә тәржемә ителгән. Шундай сәнғәт әһелдәренең уңыштарын күреп ҡыуанам. - тине бүләкләү тантанаһында Радий Фәрит улы.