Башҡортостанда һут етештереүҙе арттырасаҡтар һәм еләк, алма үҫтергән фермерҙарға ярҙам күрһәтәсәктәр. Ошо маҡсат 2026 йылға тиклемге яңы төбәк ауыл хужалығын үҫтереү программаһында ҡаралған.
Ведомство белдереүенсә, йыл аҙағына тиклем аграрийҙар интенсив баҡсасылыҡты үҫтереүгә әҙерлек алып барасаҡ. Ауыл хужалығы сәнәғәте эксперттары Үзбәкстан, Краснодар крайы һәм Ҡырым тәжрибәһен иҫәпкә алған. Баҡсаларҙы әҙерләү былтыр уҡ башланған.
– Шишмә районында былтыр 11 гектар майҙанда алма баҡсаһына нигеҙ һалынды. Уның майҙанын 100–200 гектарға тиклем еткерәсәкбеҙ. Баҡсасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә теләгән бәләкәй хужалыҡтарға, иҡтисад субъекттарына ла субсидиялар тәҡдим итәбеҙ. Бер гектарға 500 мең һум килеп сыға. Ерҙе әҙерләү, уңышты һаҡлау һәм логистика системаһын индергәндәр ҙә ярҙам аласаҡ, – тине Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Министр белдереүенсә, әлегә республика баҡсасылыҡ, емеш культуралары менән эшләү кеүек тармаҡтарҙағы программалар буйынса эшләп етеңкерәмәй. Уның һүҙҙәренсә, 2021–2026 йылдарҙа ғәмәлгә ашырыласаҡ һәм төбәк Хөкүмәте тарафынан раҫланған “Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы тауарҙарын, сеймалын һәм һатыу баҙарын көйләү” дәүләт программаһы сиктәрендә, был йүнәлештәр ярҙам аласаҡ. Унда алты программаны ғәмәлгә ашырыу ҡаралған. Ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн программа буйынса тәүге йылда 5 миллиард 498 миллион һум бүленә, уның 1 миллиард 800 миллион һумы – федераль бюджеттан, 3 миллиард 600 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан. Шул уҡ ваҡытта урындағы бюджеттан 177 миллион һум аҡса менән бюджеттан тыш сығанаҡтар күләме 5 миллиард 600 миллион һум тәшкил итәсәк.
Фото: agroinvestor.ru