Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
26 Июнь 2020, 17:07

“Һөт кухняһы” – балалар баҡсаларына

.

2020 йылдың июненән "Һөт кухняһы" дәүләт автономиялы учреждениеһы продукцияһы Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре рационына индерелде.
Сибай ҡалаһының ун муниципаль балалар баҡсаһы менюға майлылығы 3,2 процент тәшкил иткән “Балалар” һөтөн индерҙе. Был ризыҡ һигеҙ айҙан өлкәнерәк сабыйҙарға ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән. Бәләкәйерәктәргә уны ризыҡ әҙерләү өсөн файҙаланырға рөхсәт ителә.

Артабан “Һөт кухняһы” ризыҡтарын башҡа балалар баҡсаларына индереү исемлеген арттырыу планлаштырыла.
“Һөт кухняһы” ойошмаһы хеҙмәтенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса 8(347) 246-55-01 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Фото Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: