Баймаҡ районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса “Эко-Сити” төбәк операторы хеҙмәтләндерә. “Ремонт-төҙөлөш идараһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ун ауыл һәм ете ҡала маршруты буйынса эшләй.
Ҡаланың күп ҡатлы йорттарында сүп контейнерҙары ҡулланылһа, шәхси йорттарҙа йәшәүселәр “сүп реформаһы” башланыу менән сүп-сарҙы ҡапсыҡҡа (тоҡҡа) йыйыуға күскән. Әммә шәхси секторҙа йәшәүселәргә лә көнкүреш ҡалдыҡтарын бер урынға йыйыу тәҡдим ителгән. Әле районда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙың яңы ысулы тормошҡа ашырыла. Уны тормошҡа ашырыуға “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһы ярҙамға килә. Программаға ярашлы, муниципалитетҡа 2,8 миллион һум аҡса бүленгән. Был суммаға 250 евроконтейнер һатып алынған, яҡын көндәрҙә улар ауылдарға таратыласаҡ. Уларҙы ҡайҙа урынлаштырыуҙы билдәләү маҡсатында һәр ауылда йыйылыштар үткән, халыҡтың теләге иҫәпкә алынып, уртаҡ фекергә киленгән. Әле һәр ауылда сүп-сар контейнерҙары урынын әҙерләү эштәре бара.
Был эштәрҙе атҡарып сығыу бурысы аукционда еңеп сыҡҡан “Цезарь” һәм “Баймаҡ РСУ” подрядсылар бригада эшселәренә йөкмәтелгән. Хеҙмәткәрҙәр тиҙ арала был эште башҡарып та өлгөргән. Хәҙер район үҙәгендә һәм ауылдарҙа йәшәүселәр сүп-сарҙы үҙҙәренә уңайлы ваҡытта махсус урынға алып килеп ташлай ала. Сүп-сар елгә йәки башҡа сәбәптәр менән туҙып йөрөмәйәсәк, бар уңайлыҡтар тыуҙырылған махсус майҙансыҡта евроконтейнерҙа урын аласаҡ һәм төбәк операторҙары билдәле ваҡытта, көндә ҡыйҙы алып китәсәк.
Ике яҡ өсөн дә отошло хеҙмәттәшлек барыһы өсөн уңайлы.
Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.