Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
26 Июнь 2020, 17:13

МЕДИЦИНА ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ПАРАДҠА СЫҒА!

.

Бөгөн, 26 июндә, Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары үтә.
Көндөҙгө 13.00 сәғәттә бер нисә майҙанда медицина хеҙмәткәрҙәрен дәүләт һәм республика наградалары менән бүләкләйәсәктәр:
- Башҡортостан опера һәм балет театрында, Шаляпин залы;
- Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай залы;
- Башҡортостан опера һәм балет театры, Грек залы;
- “Башҡортостан” дәүләт концерт залы;
- Милли йәштәр театры;
- Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының Колонна залы.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр 15.00 сәғәттән 15.30 cәғәткә тиклем баш ҡалала медицина хеҙмәткәрҙәренең парады уҙғарыла. Унда республиканың бөтә округтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ. Зәки Вәлиди урамы буйлап “Торатау” конгресс-холына тиклем үтәсәктәр. Конгресс-холл амфитеатрында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ алдынғыларын дәүләт һәм республика наградалары менән бүләкләйәсәк.
Тантаналы сара ҙур байрам концерты менән тамамлана. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа 12.00 сәғәттә телемарафон үткәрелә. Парадты тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, "Башҡортостан 24", “Вся Уфа” һәм ЮТВ телеканалдары күрһәтәсәк.
Парад ваҡытында 13.00 cәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем түбәндәге урамдарҙа юл хәрәкәте ябыла:
- Зәки Вәлиди урамы буйлап Совет урамынан Ғафури урамына тиклем;
- “Ватан” этнопаркына төшөү урыны;
- "Hilton Garden" отеленә инеү юлы.
Ошо ваҡытҡа йәмәғәт транспорты маршруттары хәрәкәте үҙгәрәсәк, шуға күрә алдан маршрутығыҙҙы планлаштырығыҙ.
Фото: Ufa.mk.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: