Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
14 Июнь 2020, 10:36

Хәйбуллала ҙур төҙөлөш көтөлә

2020-2021 йылдарҙа ғәмәлгә ашырыласаҡ проект хаҡы - 172,91 миллион һум.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды дәүләт корпорацияһы Хәйбулла районының Бүребай ауылында һыу таҙартыу эшен модернизациялау проектын тормошҡа ашырыуға бәйле ғаризаны ҡараны.
Проект хаҡы 172,91 миллион һумға торошло, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды – 103,74 миллион һум, субъект – 34,58 миллион һум, проектта ҡатнашыусылар 34,58 миллион һум аҡса бүләсәк.
Проектты 2020-2021 йылдарҙа ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла. Эш барышында муниципаль берәмектә тәүлегенә 700 кубометр һыуҙы таҙартыу ҡеүәтенә эйә ҡоролмалар төҙөләсәк. Был иһә ағын һыуҙарҙы норматив күрһәткестәргә тиклем таҙартыу һәм тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһон кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.
Ошо хаҡта тулы мәғлүмәт менән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының рәсми сайтындағы «Коммунальная инфраструктура» / Финансовая поддержка модернизации с 2019 года в рамках Постановления Правительства РФ от 11.02.2019 N108» бүлектә танышырға мөмкин.
Фото: vk.com
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: