Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
3 Июнь 2020, 22:58

Ғаризаны 15 июнгә тиклем тапшырырға була

*

Мәғлүм булыуынса, “Йыл экспортлаусыһы” Бөтә Рәсәй премияһы иң юғары кимәлдә – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә ойошторола.
Быйыл халыҡ-ара кооперация һәм экспорт өлкәһендәге премияла ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеүҙе июнь уртаһына тиклем оҙайттылар. Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры Вероника Никишина әйтеүенсә, коронавирус пандемияһына бәйле ҡатмарлы шарттарҙа экспортлаусыларҙың ил иҡтисады өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын оноторға ярамай. Әлеге карантин саралары осоронда ла улар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. “Шуға күрә уларҙың ошо хеҙмәтен дәүләт кимәлендә баһалау мөһим”, – тине Вероника Никишина.
Илебеҙҙең һигеҙ федераль округында продукцияны экспортлау менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙар, бәләкәй, урта һәм ҙур бизнес вәкилдәре 15 июнгә тиклем ғариза тапшыра ала. Һөҙөмтәләр алты номинацияла баһалана. “Сәнәғәт өлкәһендә йыл экспортлаусыһы”, “Агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге йыл экспортлаусыһы”, “Юғары технологиялар өлкәһендәге йыл экспортлаусыһы”, “Хеҙмәттәр өлкәһендәге йыл экспортлаусыһы”, “Йыл трейдеры”, “Йыл алға китеше” (бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн) һәм “Яңы география” (ҙур бизнес өсөн) тигән номинациялар ҡаралған.
Фото: studopedia.net
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: