Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
2 Июнь 2020, 16:19

Баймаҡтарҙы ҙур ҡыуаныс көтә

*

Тиҙҙән Баймаҡ районының ике ауылында заман талаптарына яуап биргән медицина учреждениеһы сафҡа инәсәк. Төҙөлөш өсөн аҡса Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә бүленгән. Һәр объектҡа өс миллион һумдан ашыу аҡса тотонола. Ярат һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарында төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункттарын файҙаланыуға тапшырыу бурысы июнь айына ҡуйылған. Әле биналарҙа эске биҙәү эштәре бара, биләмәләр төҙөкләндерелә.
Үткән быуаттың 80-се йылдар башында үҙ ишектәрен асҡан Түбәнге Иҙрис ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты күптән инде заман һынауын үткән. Ҡыш көндәре бигерәк тә ауырға тура килә, сөнки утын яғып йылытылған бина иҫке булыу сәбәпле, йылыһы оҙаҡ тормай, иҙән таҡталары араһынан ел уйнай. Яңы медицина учреждениеһы төҙөлөүенә ауылдың тәжрибәле фельдшеры Фәимә Солтанова ҡыуанып бөтә алмай.
Асыласаҡ медицина учреждениеһында сирлеләрҙе ҡабул итеү, процедура бүлмәләре буласаҡ. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн дә бар уңайлыҡтары булған эш кабинеты планлаштырылған.
Дәүләт ярҙамы менән райондың Ярат ауыл биләмәһендә лә заман бинаһы ҡалҡып сыҡты. Ул 320 кешене, шул иҫәптән 52 баланы, хеҙмәтләндерәсәк.
Элек-электән ауыл фельдшеры алмаштырғыһыҙ, хөрмәтле кешеләрҙән һанала.Сөнки тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт ярҙамға ашыға. Бигерәк тә район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан ауылдарҙа аҡ халатлыларға ауырға тура килә. Тиҙҙән сафҡа инәсәк фельдшер-акушерлыҡ пункттары ике ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү сөмкинлеген бирәсәк.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: