Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
28 Май 2020, 13:56

Республика властары Өфө онкология диспансеры төкәтмәһенә 319 миллион һум тотона

*

Башҡортостан властары ҡалған федераль аҡсаны Өфөләге онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә төҙөү өсөн тотона. Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Ул 319 миллион һумға баһалана. Аҡса 2020 йылға һәм 2021, 2022 йылдарҙың план осорона республика адреслы инвестиция программаһының бюджеттан бүленгән аҡса күләмен арттырыуға йүнәлтелә.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанға Республика клиник онкология диспансеры төҙөлөшөнә 186 миллион һум федераль субсидия бирелеүе тураһында хәбәр иткәйне. Рәсәй хөкүмәте субсидияларҙы һаулыҡ һаҡлау объекттары өсөн төбәктәр араһында бүлде. Федераль бюджет төбәктең хирургия корпусына төкәтмә төҙөү өсөн капитал һалыуын берлектә финанслай. Ул быйыл сафҡа индерелергә тейеш.
Читайте нас: