Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
11 Май 2020, 18:39

“Сәскәләр һирәк бүләк итәләр...”

БДМУ-ның ирекмән медиктары карантинда һәм үҙизоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға ярҙам итә

Республикала Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған, төбәк штабының эше “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла, тип хәбәр иткәйнек.
БДМУ-ның ирекмән медиктары карантинда һәм үҙизоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып алыуҙа, коммуналь түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ, медицина учреждениеларына килгәндәргә дистанциялы термометрия һәм ҡулдарын антисептик менән зарарһыҙландырыу үткәрә, генераль йыйыштырыу яһай, документация менән эшләй, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле кешеләрҙең өйҙәренә рецептар алып бара.
Алиса Лоҡманова ирекмәндәр рәтендә айҙан ашыу эшләй. Ул – БДМУ-ның дүртенсе курс студенткаһы. Көн һайын тиерлек сараларҙа ҡатнашҡан ҡыҙ берҙәм коллектив тупланды, бер-беребеҙҙе аңлап, иңгә-иң ҡуйып эшләйбеҙ, тип белдерә.
Алиса ҡыҙыҡ хәлдәр булғылап торғанын да бәйән итә. “Бер көн шулай бирсәткәләр-битлектәр кейҙек, һәр оло кешегә ихтирам йөҙөнән сәскәләр алдыҡ. Адрес буйынса йүнәлдек. Ишектәрҙе зарарһыҙландырғандан һуң, ҡыңғырауға баҫтыҡ. Беҙҙе алсаҡ, ихлас оло йәштәге инәй ҡаршы алды. Беҙ уға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм сәкәләр тапшырғайныҡ, инәйҙең күҙҙәрендә шатлыҡ йәштәре хасил булды: баҡһаң, бөгөн уның тыуған көнө икән. Ул уға сәскәләрҙе бик һирәк бүләк итеүҙәрен, бөгөн ул бик бәхетле икәнлеген белдерҙе, тормош юлын һөйләне. Маҡсатлылыҡ кәрәк тип өҫтәне һәм беҙгә миҫалға Ҡытайҙа белем алыусы улын килтерҙе. Эшмәкәрлегебеҙ кешеләргә бәхет килтерә икән, беҙ ҙә бәхетле!”, - ти ирекмән ҡыҙ.
Фото: социаль селтәрҙән
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: