Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
10 Май 2020, 13:24

Әсәһе кире килмәне...

#миллипроекттар

“Экология” милли проектының йүнәлештәре бик күп. Улар сүп-сар йыйыу, таҙа һауа һулау һәм таҙа һыу эсеүгә генә ҡайтып ҡалмай. Тәбиғәтте, уның байлыҡтарын, биологик төрлөлөктө, йәнлектәрҙе һаҡлау ҙа күҙ уңында тотола. Шуға күрә ҡырағай йәнлектәр донъяһы ла һаҡ аҫтында булырға тейеш.
Ошо көндәрҙә Өфө районы кешеһе урман ситендә яңы тыуған ике-өс көнлөк кенә мышы балаһын таба. Ир уны әсәһе ташлаған һәм берәҙек эттәрҙән хәүеф килеүе ихтимал тип уйлай һәм уны яҡлау маҡсатында өйөнә алып ҡайтырға ҡарар итә. Ул дәүләт һунар инспекторы номерын таба һәм уға шылтыратып был хәл тураһында һөйләй. Инспектор мышы балаһын кире тапҡан урынына алып барырға ҡуша. Шулай иткәндә, әсәһе килеп, уны табыу ихтималлығы бар.
– Мышы балаһы табылған урынды ҡарап сыҡтыҡ, унда рөхсәтһеҙ һунар һәм инә мышыны атып алыу эҙҙәре табылманы. Тик киләһе көндө лә мышы балаһы урынында ятып ҡалды, әсәһе кире килмәне. Күпселек осраҡта ҡырағай тояҡлы йәнлектәр айыу, бүре кеүек балаларын яҡламай, ә ситтән генә күҙәтә. Шуға күрә мышы, ҡоралай йәки ҡабан балаларын тапҡан осраҡта, уларға теймәҫкә кәрәк. Был турала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йәки һунарсылар хужалыҡтарына хәбәр итеү етә. Улар нисек дөрөҫ итеү күҙәтеү ойошторорға һәм әсәһе тәүлек эсендә килмәһә нимә эшләргә кәрәк икәнлеген белә, – тине министрлыҡ вәкиле.
Әлеге мышы балаһына килгәндә, уның яҙмышы хәл ителгән. Әсәһе килмәгәс, уны Ауырғазы районы һунарсылыҡ хужалығына реабилитация үтеү һәм аҙаҡ тәбиғи мөхиткә сығарыу өсөн тапшырғандар.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы иҫкәртә: әгәр һеҙ ошондай ваҡиға шаһиты булһағыҙ, йәнлек балаларына теймәгеҙ, уларҙы ашатмағыҙ һәм өйөгөҙгә алып ҡайтмағыҙ. Министрлыҡтың оператив дежурына 8 (347) 218-04-30 номеры буйынса хәбәр итегеҙ.
Мөмкин булғанса йәнлектәр тормошона ҡыҫылмайыҡ. Әйҙә улар үҙ тормошо менән йәшәһен.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: