Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
5 Май 2020, 12:27

Әле бындай ризыҡты Рәсәйҙә бер генә завод сығара

*

4 майҙа Республика йортонда Радий Хәбиров онлайн тәртиптә сираттағы "Инвестиция сәғәте"н үткәрҙе. Унда аҙыҡ-түлек сәнәғәтендәге яңы проекттар хупланды.
Ҡарлыман һөт-консерва комбинатының генераль директоры Александр Кулимбетов предприятиены үҫтереү концепцияһы менән таныштырҙы. Республикала ҡуйыртылған һөт етештергән берҙән-бер комбинат эшмәкәрлеген бер нисә йүнәлештә киңәйтергә ниәтләй. Шәкәр ҡушмайынса ҡуйыртылған һөт етештереү алымын үҙләштереү Азия һәм ғәрәп илдәре баҙарҙарына сығыу мөмкинлеген бирәсәк. Әле бындай ризыҡты Рәсәйҙә бер генә завод сығара.
"Дейли Мил Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте милексеһе Тимур Хәсәнов һәм Regina Doctor сәләмәтлек мәктәбенә нигеҙ һалған табип Регина Ахунйәнова "Дөрөҫ ашатабыҙ" тәбиғи аҙыҡ-түлек етештереү комбинатын асыу проекты тураһында һөйләне. Әле тәбиғи ярымфабрикаттар производствоһы уңышлы эшләй. Ризыҡ урындағы фермерҙарҙан алынған сеймалдан эшләнә. Тимур Хәсәнов әйтеүенсә, компания көн һайын бер тонна самаһы ярымфабрикат етештерә. Ул интернет-магазин, шулай уҡ Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм Екатеринбург ҡалаларындағы шәхси магазиндар аша һатыла. Проект сменаһына 11 тонна ризыҡ етештереүҙе күҙ уңында тота. Бының өсөн яңы бина төҙөргә, ҡорамалдар һатып алырға, бөтә ил буйынса брендлы магазиндар асырға кәрәк. Инвесторҙар проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереүҙе һораны. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар уны хупланы, ә Өфө ҡалаһы хакимиәте производство өсөн сәнәғәт зоналарының береһендә ер бүлергә тәҡдим итте.
Һамарҙың "ИнгФуд" компанияһы Башҡортостанда борсаҡты тәрән эшкәртеү менән ҡыҙыҡһына. Улар Нефтекамала инновациялы завод төҙөргә ниәтләй. Проектҡа 4,95 миллиард һум инвестиция һалыу ҡарала. Әле бындай предприятиелар Францияла һәм Бельгияла ғына бар.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, республикала борсаҡты тәрән эшкәртеү буйынса яңы завод барлыҡҡа килһә, аграрийҙар тупраҡтың уңдырышлылығын һаҡлау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған был культура сәсеүлектәрен әүҙем арттырыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: