Буласаҡ уңышҡа нигеҙ ошо яҙғы көндәрҙә һалына. Ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙар алдында оптималь агротехник срокта иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеү бурысы тора.
Районда сәсеү кампанияһын иң тәүгеләрҙән булып Виктор Власенко һәм Борис Искаков крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башланы.
Власенко хужалығы эшсәндәре кисә үк тәүге 70 гектарҙа һоло сәсте. Бөгөн 6 сәсеү агрегаты баҫыуҙарға сыҡты.
Борис Искаков хужалығында арпа сәсә башланылар.
2020 йылда барлыҡ категория хужалыҡтарҙа сәсеүлек майҙаны 91 150 гектар тәшкил итә. Иген культуралары—79720, техник культуралар—11300 гектар.
Быйылғы яҙғы-баҫыу эштәрендә 128 сәсеү агрегаттары, шул иҫәптән, 14 сәсеү комплексы йәлеп ителә. Был сәсеү кампанияһын оптималь срокта тамамлау мөмкинлеген бирәсәк. Хужалыҡтарҙа бер үк ваҡытта дым ҡаплау, тырматыу һәм минераль ашламалар индереү эштәре башҡарыла.
Мәғлүмәт муниципаль район хакимиәте сайтынан алынды