Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
13 Апрель 2020, 16:42

Дым һаҡлау –яҡшы уңыш нигеҙе

Районда көҙгө уңыш нигеҙе –дым һаҡлауға төштөләр. Бөгөнгө көндә был эш 100 гектар майҙанда башҡарылған. //

“Таналыҡ” хужалығы механизаторҙары (Н.В.Фунтиков) тәүгеләрҙән булып тырматыуға төштө. Ошо көндәрҙә райондың башҡа хужалыҡтары ла уларға ҡушыла.
Орлоҡ материалдары сифатын тикшереү, элиталы орлоҡтар һатып алыу, ашлама индереү, ауыл хужалығы техникаларын әҙерлек һыҙығына ҡуйыу буйынса эштәр тамамлана.
Был аҙнала яҙғы культуралар сәсергә төшөү планлаштырыла.
Муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, район аграрийҙарына 91 мең гектарҙа сәсеү эштәре башҡарырға планлаштырылған, шул иҫәптән, 80 мең гектарға яҡын майҙанда иген культуралары сәселәсәк.
Техник культуралар 9320 гектарҙы биләһә, көнбағыш һәм етен 8840 гектарҙа сәсеү ниәтләнә.
Читайте нас: