Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
17 Март 2020, 00:09

Юлбарыҫ ауылы халҡы урындағы инициативаларҙы тормошҡа ашырыу программаһында ҡатнаша

Әгәр эштәре уң булһа, ауыл кешеләренең теләге бойомға аша—алдан һайланған майҙансыҡта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыласаҡ .//

Юлбарыҫ ауылы халҡы урындағы инициативаларҙы тормошҡа ашырыу программаһында ҡатнаша
Юлбарыҫ ауылында йәшәүселәр урындағы инициативаларҙы тормошҡа ашырыу программаһы буйынса барлыҡ процедуралар тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Әгәр эштәре уң булһа, ауыл кешеләренең теләге бойомға аша—алдан һайланған майҙансыҡта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыласаҡ .
Был территорияла бөгөнгө көндә “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса балалар уйын ҡоролмаһы эшләй. Бында бәләкәстәр йәйгеһен бик күңелле һәм файҙалы итеп ваҡыт үткәрә.
Урындағы инициативаларҙы тормошҡа ашырыу программаһының ауыл биләмәһендә тормошто яҡшыртыуға төп аҙым булыуын бында яҡшы аңлайҙар.
Мәғлүмәт Юлбарыҫ ауыл китапханаһы төркөмөнән алынды
Читайте нас: