Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
10 Март 2020, 12:17

Тамырҙарыбыҙ тәрән

Халыҡ иҫәбен алыуҙа республика тарихы сағыла//

Халыҡ иҫәбен алыу кеүек масштаблы материалдар, төрлө темаға халыҡты тикшереү кеүек даими мәғлүмәттәр системаға һалынып, төрлө баҫма, китап, йыйынтыҡтар формаһында баҫтырылып сығарыла.
“Башҡортостан ауылдары” тип аталған яңы йыйынтыҡ
Был йыйынтыҡ бик үҙенсәлекле, унда 1939 йылдан 2010 йылдарҙа Советтар Союзында һәм Рәсәй Федерацияһында уҙғарылған ете халыҡ иҫәбен алыу материалдары индерелгән. Ул “Башҡортостан Республикаһы ауылдары исемлеге” тарихи китабының дауамы. 1926 йыл Өфө; “ 1870 йыл мәғлүмәттәре буйынса ауылдар исемлеге: Өфө губернияһы, Санкт-Петербург, 1877”; “1966 йыл мәғлүмәттәре буйынса ауылдар исемлеге: Ырымбур губернияһы. Санкт-Петербург, 1871”.
Йыйынтыҡҡа халыҡ иҫәбен алыу нисек алып барылыуы, административ-территориаль структура буйынса дөйөм мәғлүмәттәр, халыҡтар категорияһы, территорияларҙыъ ҡала йәки ауылға бүленеше, халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе, һәр ауылда халыҡтар һаны үҙгәреүе тураһында мәғлүмәттәр индерелгән.
Ҡоро һандар түгел, ә тарихи белешмә
“Башҡортостан ауылдары” йыйынтығы ҡоро һандарҙан тормай. Илебеҙҙә халыҡ иҫәбен алыу буйынса тарихи белешмә бик ҡыҙыҡ. Мәҫәлән, Рәсәй империяһында беренсе Бөтә дөйөм халыҡ иҫәбен алыу 1897 йылда үтеп, ул 19-сы быуат аҙағында Рсәй халҡы һаны һәм составы буйынса берҙән-бер ышаныслы сығанаҡ. Ә Совет осоронда беренсе халыҡ иҫәбен алыу 1920 йылда ауыл хужалығы иҫәбен алыу менән берлектә үтә. 1923 йылда ҡала һәм ҡала тибындағы ҡасабалар халҡы иҫәбен алыу ойошторола. Бер үк ваҡғытта сауҙа һәм сәнәғәт предприятиелары иҫәбе алына. Әммә был сара граждандар һуғышы һәм емереклектәр, яңы дәүләт ойошторолоу шарттарында үтә, был иһә халыҡтар һәм территорияларҙы тулыһынса йәлеп итеү мөмкинлеген бирмәй. 1926 йылдағы Бөтә союз халыҡ иҫәбен алыу беренсе тапҡыр илебеҙ халҡын үҙ эсенә ала. Был масштаблы сара яңы алымдар, халыҡтың социаль составы һәм ғаиләләр буйынса мәғлүмәттәр байлығы менән айырылып тора. Киләһе иҫәп алыу 1937 йылдың ғинуарында үткәрелә һәм ул ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә ойошторолмай. Яңы әһәмиәтле сара 1939 йылда уҙғарыла. Был халыҡ иҫәбен алыуҙа беренсе тапҡыр халыҡ иҫәбе теүәллеген билдәләү өсөн махсус саралар ҡулланыла. Уның ҡыҫҡаса һөҙөмтәләре 1939-1941 йылдарҙа баҫылып сыға, әммә Бөйөк Ватан һуғышы барлыҡ йыйылған материалдарҙы эшкәртеп бөтөү мөмкинлеген бирмәй. Артабанғы масштаблы саралар 1970 һәм 1979 йылдарҙа үтә. Иң һуңғы СССР халыҡтары иҫәбен алыу 1989 йылда, ә беренсе Бөтә Рәсәй кимәлендәгеһе 2002 йылдың 9 октябрендә, артабан 2010 йылда үтә.
Ҡыҙыҡлы статистик мәғлүмәттәр
Башҡортостан тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар. Мәҫәлән, 1952 йылдың 29 майында өлкәгә бүлеүҙәр башлана: республика Стәрлетамаҡ һәм Өфө өлкәләренә бүленә. Уларҙың үҙәктәре булып Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалалары һанала. 1953 йылда өлкәләр бөтөрөлә. 1956 йылда Өфө һәм Черниковск ҡалалары берләштерелеп, Өфө тип атала башлай. Тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһынмаған кеше республикала Абзан, Байкибаш, Бузовьяз, Воскресенск, Кадрин, Матрай, Оло-Теләк райондары булыуы тураһында бөтөнләй белмәйҙер. 1956 йылда райондарҙы эреләткән саҡта улар бөтөрөлә.
Бөтә халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡала халҡының артыуы күҙәтелә, тик 2010 йылдағы һөҙөмтәләрҙә кире процесс һиҙелә: ҡала халҡы иҫәбе һиҙелерлек кәмей. Быға 2004-2005 йылдарҙа 39 ҡала тибындағы ҡасабаларҙың ауыл статусына үҙгәртелеүе йоғонто яһай ( Красноусольск, Серафимовка, Ҡандры, Иглин һәм башҡалар).
Ғаилә тарихын өйрәнеүселәр өсөн бүләк
Башҡортостанда “Башархив.рф” тарихи-документаль проект эшләй башланы. Проект авторҙарының береһе Марат Зөлҡәрнәевтың һүҙҙәре буйынса, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм үҙ ырыу тарихы менән ҡыҙыҡһынған ябай граждандар өсөн был проект эҙләнеүҙәр эшен еңеләйтә. Мәҫәлән, 1917 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре ҡулыңда булһа, унан алдағы сығанаҡтар менән эшләүе еңелерәк, артабан уларҙы 1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу, 1850, 1816 йылдарҙағы ревизиялар менән бәйләргә мөмкин.
Тәүге тапҡыр Өфө губернияһы буйынса 1917 йылғы ауыл хужалығы буйынса иҫәп алыу материалдарын, 5,7 мең документ менән асыҡ файҙаланырға була. Киләсәктә “Башархив.рф”ға башҡа тарихи документтарҙы ла индереү планлаштырыла.
Читайте нас: