“Принцессалар балы” һәм “Рыцарҙар турниры” район сараһы бик матур үтте һәм ысынында мөғжизәләргә бай булды.
“Нур” йәштәр-үҫмерҙәр клубы педагогтары мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҙенсәлекле байрам ойошторҙо.
Ҡыҙҙарға оҫталыҡ кластары, уйындар, фотосессия үткәрелде, әсәйҙәргә видеоҡотлауҙар төшөрөлдө.
“Нур” йәштәр-үҫмерҙәр клубы педагогтары малайҙар өсөн рыцарҙар турниры ойошторҙо. Ул ярыштар формаһында алып барылды. Турнирҙа ике команда ҡатнашты. “Арыҫлан йөрәк” һәм “Ҡара дракон” рыцарҙары көс һынашты. Рыцарҙар “Мәргән уҡсы”,”Ат турниры”, “Таһыллы рыцарь”, “Көрәш майҙаны”, “Иъң яҡшы уҡсы” ярыштарында ҡатнашты.
Жюри конкурс һөҙөмтәһенә баһа биргәс, еңеүселәр билдәләнде. “Иң яҡшы рыцарь костюмы” номинацияһында беренсе урынды Кәрим Рәхмәтов, Илгиз Әлибаев, Арыҫлан Мөхәмәтов яуланы.
Икенсе урынға Камила Усмонова, Аскер Рәхмәтов сыҡты. Өсөнсө урынды Арыҫлан Бохарбаев, Владимир Антонов һәм Искәндәр Байғабулов бүлеште.
Байрам бик матур һәм ҡыҙыҡлы үтте. Ата-әсәләр ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ҡатнашыусылар бүләктәр алып ҡыуанды. Уларға иҫтәлекле приздарҙы район хакимиәте башлығы тапшырҙы.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов был матур сара буйынса үҙ фекерен белдерҙе.
“Күңел йылыһы һалып үткәрелгән сара үҙенсәлекле балаларҙы, ғаиләләргә тәрбиәгә алынған балаларҙы йыйҙы. Был балалар өсөн ҙур байрам. Киләсәктә бындай саралар традицияға әүерелер, тип ышанам.
Йәш рыцарҙар үҙ һәләттәрен күрһәтте, яңы һөнәргә өйрәнде. Ә ҡыҙҙар-принцессалар педагогтар менән бергәләп матурлыҡ, ҡул эштәре серҙәренә өйрәнде. Байрамса костюмдар, уйындар, шатлыҡ-ҡыуаныстан янған күҙҙәр, диплом һәм бүләктәр –бала күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ”,--тине ул.