2023 йылдың 26-28 июнендә Өфөлә етенсе тапҡыр «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале ойошторола. Оpen-air форматындағы форумдың Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә аналогтары юҡ, ул илдең иң яҡшы 10 фестивале иҫәбендә. Башҡортостан сәнғәтендә иң сағыу, онотолмаҫ, үҙенсәлекле сараға Өфө амфитеатрында тамаша ҡылырға мөмкин.
Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, йыр-моң форумдың мәҙәни программаһы бик бай. Классик һәм заманса, симфоник музыка һәм милли мотивтар, илебеҙ киноһы һәм башҡалар. Өс көн дауамында музыка байрамы ҡунаҡтарын бик күп сюрприздар көтә. Көтөлмәгән дуэттар, төрлө йылдарҙағы хиттар, популяр башҡарыусыларҙың сығыштары һәм сағыу тамашалар.
Беренсе көн, 26 июнь, кинематограф музыкаһы менән билдәләнә. Програмамала кино, эстрада йондоҙҙары совет һәм Рәсәй кинематографы йырҙары менән сығыш яһай.
27 июндә фестиваль программаһын «Славян баҙары» проекты дауам итә.
Сара Милли кейемдәр парадынан башлана, шунан һуң ул Дуҫлыҡ әйлән-бәйләненә әүерелә.
«Рәсәй – Беларусь: беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә» концерт программаһында ике илдең төп ижади коллективтары һәм солистары ҡатнаша. Минск, Могилев, Адыгея Республикаһы, Бүрәт Республикаһы, Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһы, Мәскәү, Луганск, Ырымбур, Ҡурған, Брянск. Башҡортостандан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, республика ҡурайсылары йыйылма ансамбле, Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле, «Бишбармаҡ» оркестры, Әбйәлил районының «Миләш» халыҡ фольклор ансамбле сығыш яһай.
28 июндә, «Симфоник төн»дә, амфитеатр сәхнәһендә иң яҡшы симфоник оркестрҙар, шул иҫәптән Башҡортостандың Милли симфоник оркестры, Рәсәй төркөмдәре һәм солистары сығыш яһай.
«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивален Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ойоштора.