Башҡортостандан, Алтайҙан, Дағстандан, Яҡутстандан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Мәскәүҙән, Екатеринбургтан, шулай уҡ Ҡытайҙан, Ҡырғыҙстандан, Малайзиянан, Үзбәкстандан сәсәндәр бер сәхнәгә йыйыла.
Концертта мультиинструменталист Зәйнетдин, «Елмәрҙәк» этно-төркөмө (Белорет районы), «Юлдаш» халыҡ вокаль-инструменталь төркөмө (Салауат районы) сығыш яһай.
Сара Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда киске сәғәт 6-ла башлана.
Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru