Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Апрель 2023, 15:38

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм офлайн форматта үткәрелә

/

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм офлайн форматта үткәрелә
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм офлайн форматта үткәрелә

20 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм офлайн форматта үткәрелә. Был хаҡта «Башинформ»ға акцияны ойоштороусылар хәбәр итте.

Акцияла офлайн режимында ҡатнашырға теләүселәр өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Милли музейҙа һәм «Арт-Квадрат» киңлегендә диктант яҙыу ойошторола.

20 апрелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

— сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;

— 12-се яртынан 12-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;

— 1-се 5 минуттан 1-се яртыға тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн.

Һәр кем диктантты өйҙә үҙ аллы яҙырға мөмкин. Яҙып бөткәс, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, 2023 йылдың 23 апреленә ҡәҙәр [email protected] электрон почтаһына йәки телеграм-ботҡа ебәрергә кәрәк.

Әгәр онлайн режимында яҙыу мөмкинлеге булмаһа, тура эфир видеоһын рәсми сайтта 23 апрелгә тиклем ҡарарға була.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-04-05/mezhdunarodnyy-diktant-po-bashkirskomu-yazyku-proydet-v-onlayn-i-oflayn-formatah-3205803

 

Автор:
Читайте нас: