Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Февраль 2023, 11:50

Башҡортостанда «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

/

Башҡортостанда «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Башҡортостанда «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Сара 26-28 апрелдә Сибайҙа ойошторола, гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү 2023 йылдың июнендә була, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республиканың Мәҙәниәт министрлығынан.

Конкурста 7-16 йәшлек балалар, 16-45 йәшлек һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусылар (концерт ойошмаһында эшләгән йырсылар, махсус вокал белеме булғандар, музыка училищеларының III–IV курс, юғары уҡыу йорттарының I–V курс студенттары) ҡатнашырға мөмкин.

Ижади бәйге дүрт йәш төркөмөндә уҙғарыла: 7-10 йәшлектәр, 11-ҙән 16 йәшкә тиклемгеләр, 16-45 йәшлектәр — һәүәҫкәр башҡарыусылар, 17 йәштән 45 йәшкә тиклемгеләр — профессиональ башҡарыусылар. 16-45 йәшлек йырсылар төрлө номинацияларҙа (оҙон көй, ҡыҫҡа көй) ҡатнаша ала. 16 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә конкурс бер турҙа үткәрелә. Ҡатнашыусылар үҙҙәре һайлап башҡорт халыҡ йырын һәм урындағы йыр фольклорын (оҙон көй, йола йыры, шаян йыр, таҡмаҡ, ҡобайыр, бәйет, мөнәжәт, һамаҡ) башҡарырға тейеш. Ә 16-45 йәшлектәр төркөмөндә ижади бәйге ике турҙа ойошторола.

Ғаризалар 2023 йылдың 20 апреленә тиклем [email protected] почтаһына ҡабул ителә. Проект башҡорт йыр сәнғәтен пропагандалау һәм талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарыла. Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай хакимиәте.

 

Автор:
Читайте нас: