Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Декабрь 2022, 14:32

"Минең Рәми" шиғриәт конкурсының финалисы – Хәйбулла районынан Тимур Сынбулатов!

“Башҡортостан” Дәүләт концерт  залында "Минең Рәми" төбәк-ара шиғыр конкурсының гала-концерты үтте.

"Минең Рәми" шиғриәт конкурсының финалисы – Хәйбулла районынан Тимур Сынбулатов!
"Минең Рәми" шиғриәт конкурсының финалисы – Хәйбулла районынан Тимур Сынбулатов!

«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсы Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2020 йылдан «Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында» Указына ярашлы уҙғарыла.

Конкурс 2022 йылдың 12 февраленән башланып, декабрь айына тиклем өс этапта үтте. Беренсе этапта 6 - 12, 12 - 17 йәштәге үҫмерҙәрҙең һәм 18 йәштән өлкәндәрҙән видеояҙмалар ҡабул ителде. Башҡорт, урыҫ телдәрендә йәмғеһе 800-ҙән ашыу эш ҡабул ителеп, жюри ағзалары тарафынан ҡаралды. Һынау тотоусылар: иң өлкәненә - Кушнаренко районынан Нәзирә Сәхәповаға - 72, ә иң бәләкәйенә — Өфөнән Ҡаранай Миңлеғоловҡа — алты йәш.

26 августан 25 сентябргә тиклем барған икенсе этапҡа — телевизион конкурсҡа утыҙ ҡатнашыусы үтте. Уларҙың эштәре Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында күрһәтелде. Телеканалдың сайтына инеп үҙеңә оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш биреү мөмкинлеге булды. Конкурстың һөҙөмтәһе буйынса, финалға 18 ҡатнашыусы үтте.

Өсөнсө этап—финал өлөшө — 14 декабрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ойошторолдо.

Гала-концерт театрлаштырылған тамаша һәм Рәми Ғарипов уҡыуында (Артур Кәбиров – Рәми Ғарипов ролендә) “Тыуыр бер көн...” тигән шиғыры менән асылып китте.

Ошо шиғырға яуап биргәндәй, балалар, өлкәндәр хәҙерге башҡорт теленең торошо һәм халҡы, шағирҙың бик оҙаҡ көткән ошо байрамы ниһайәт, килеүе, Башҡорт теле көнөн бөгөн бөтөн республика киң масштабта билдәләүе тураһында һөйләне.

Сарала сығыш яһап, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Эске сәйәсәт буйынса Беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев: “Рәми Йәғәфәр улының бөтөн ғүмере буйы башҡорт теле өсөн борсолоуы уның ижадында сағыла. Матур әҫәрҙәр тыуҙырыусыларҙың ижадын бөтөн республика халҡы күңеле менән тойорлоҡ ошондай шиғри конкурстар ойошторолоп торорға тейеш. Был проект киләсәктә лә дауамлы булыр,” – тине.

Гала-концерт ике өлөштән тороп, беренсеһендә конкурста ҡатнашыусылар Рәми Ғариповтың шиғырын уҡыны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына бағышлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шағирҙың “Туған тел” шиғыры донъя халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән йыйынтыҡ әҙерләгәйне. Рәсәйҙең, донъяның 54 ҡәләм оҫтаһы – Халыҡ шағирҙары, профессиональ тәржемәселәр, яҙыусылар союздары ағзалары – был проектҡа ҡушылып, әҫәрҙе 45 телгә тәржемәләгән. Байрамда ошо китаптың презентацияһы ла булды.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-приға Хәйбулла районынан Тимур Сынбулатов лайыҡ тип, уға 100 000 һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Беренсе урындарға Мәләүез ҡалаһынан Самир Латыпов менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Илназ Исхаҡов лайыҡ булды. Был егеттәр икеһе лә 70 000 меңлек сертификат менән бүләкләнде.

 

Икенсе урын дүрт кешегә тапшырылды: Күгәрсендән Илүзә Ҡыҙрасова, Мәләүездән Эльза Үмәрғәлина, Илештән Гүзәл Саҙретдинова, Бөрйәндән Рәғиҙә Истәкова. Уларҙың һәр береһенә 50 меңлек сертификат тапшырылды.

Өсөнсө урындарға лайыҡ алты кешегә 30 000 һумлыҡ сертификат бирелде: Архангель районынан - Нәркәс Ғайсарова, Илештән – Даяна Нурисламова Миәкәнән – Азалина Сәфиуллина, Мәләүездән – Тәнзилә Малабаева, Өфөнән – Әҡлимә Билалова һәм Әбйәлилдән – Илгиҙәр Ҡудашев.

Икенсе турға үтмәгән дүрт конкурс номинантына 10 000 һумлыҡ сертификат тапшырылды: Хәйбулланан Әминә Билалова, Салауат районынан Рузанна Закирова, Благоварҙан Земфира Хәмиҙуллина, Яңауылдан Әминә Әхәтова.

 

"Минең Рәми" төбәк-ара шиғыр конкурсының исеменән дә күңелгә йылы, яҡты хистәр тула. Ни өсөн тигәндә, был сара туған башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, уның өсөн ғүмерен ҡорбан итергә әҙер булған, киләсәге өсөн көрәшкән шағирыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланған бит. Рәми Ғарипов — ысын мәғәнәһендә милли шағир. Уға дандың һуңлап килеүе ҡыҙғаныс. Әммә әлеге даны ла ғәйәт юғары, сөнки ул халыҡтан килгән. Әҙиптең бөйөклөгө мәңгелек!" — тип фекерен белдерҙе Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова.

 

Конкурсты ойоштороусылары булып, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Башҡортостан» дәүләт унитар телерадиотапшырыуҙар компанияһы тора.

 

Фото: Башҡорт телен үҫтереү фонды.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА.
 
https://amanat.su/articles/konkurstar/2022-12-15/mine-r-mi-shi-ri-t-konkursyny-finalisy-h-ybulla-rayonynan-timur-synbulatov-3072777

 

Автор:
Читайте нас: