Башҡортостандың популяр йырсыһы Ришат Төхвәтуллин Андрей Малаховтың «Привет, Андрей» телешоуында ҡатнашты. Ул программаның сираттағы сығарылышын Таркандың популяр Dudu йыры менән асты. Музыкаль кисә 2000 йылдарҙың хиттарына арналды.
Йырсы баянда ла уйнап күрһәтте һәм «Отпетые мошенники» төркөмөнөң «Люби меня» йырын гитарала башҡарҙы.
Ришат үҙенең тыуған яғы — Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы, бала сағы, ғаиләһе хаҡында һөйләне. Программала йырсының тыуған төйәге, уның әсәһен күрһәттеләр. Ул үҙенең талантлы улы, ғаиләгә йорт һалып биреүе, ауырлыҡтар һәм уларҙы еңеп сығыуы хаҡында бәйән итте.