Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Декабрь 2022, 10:29

Милли китапхана Башҡорт теле көнө уңайынан флешмоб ойоштора

/

Милли китапхана Башҡорт теле көнө уңайынан флешмоб ойоштора
Милли китапхана Башҡорт теле көнө уңайынан флешмоб ойоштора

Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы 9-14 декабрҙә Башҡорт теле көнөнә арналған республика флешмобында ҡатнашырға саҡыра.

Видеояҙмаларҙы «Бәйләнештә» социаль селтәренә һалырға кәрәк. Флешмобта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла электрон сертификат тапшырыла.

Ҡатнашыу шарттары:

  • конкурста ҡатнашыусыға [email protected] электрон почтаһына заявка ебәрергә һәм «Бәйләнештә»ге социаль селтәрҙәргә яҙылырға кәрәк:

ваҡытлы матбуғат бүлеге  https://vk.com/club212533257,

фәнни-методик бүлек https://vk.com/public146672757

  • шиғырҙың йәки әҫәрҙең өҙөгөн видеоға төшөрөп, #«Минең БашҡортТелем» «БашҡортостанУҡый» хештегтары менән социаль селтәргә («Бәйләнештә») һалырға кәрәк. Видеояҙма 2 минуттан артмаҫҡа тейеш. Әҫәрҙең авторын, исемен дә яҙырға онотмағыҙ.

14 декабрҙә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам XIX быуат шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә үткәрелә. Үҙенең ижадында ул халыҡты уҡырға, аң-белемгә өндәй. Уның милли шиғриәткә һәм әҙәбиәткә индергән өлөшө бик ҙур.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-12-09/milli-kitaphana-bash-ort-tele-k-n-u-ayynan-fleshmob-oyoshtora-3063991

Автор:
Читайте нас: