Үткән шәмбе Өфөлә күптәрҙең кумиры, яратҡан йырсыһы, композитор Рөстәм Ғиззәтуллин ҙур концерт ойошторҙо. Был тамашаны ул һуңғыһы тип атаны, сәхнәнән китеүен – башҡа йырламаясағын әйтте.
Йырҙары менән йәшлеккә алып ҡайтҡан, тәүге мөхәббәт хистәрен иҫләтеп һағышландырған йырсыны фанаттарының сәхнәнән һис тә ебәргеһе килмәй. Социаль селтәрҙәрҙә, йәшлегем кумиры һеҙ, көтәбеҙ, бәлки, кире ҡайтырһыҙ, тигән комментарийҙар күп.
Ә Рөстәм Хәниф улы сәхнәнән китеүенең сәбәбен былай аңлатҡан: ул йәштәргә юл биреп, яңы таланттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәген, продюсерлыҡ менән шөғөлләнәсәк.
Фото: Р. Ғиззәтуллиндың сәхифәһе.