Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Октябрь 2022, 10:03

Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы!

Конкурста Евразияның төрлө мөйөштәренән 28 бәйгесе ҡатнаша

Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы!
Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы!

16-24 октябрҙә Төркиәнең Истанбул ҡалаһында "Евразия королеваһы-2022" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы уҙа. Конкурста Евразияның төрлө мөйөштәренән 28 бәйгесе ҡатнаша.

Көн һайын ҡыҙҙар өсөн Истанбулдың иҫтәлекле урындары буйлап фотоға һәм видеоға төшөрөү, оҫталыҡ дәрестәре, экскурсиялар ойошторолған, тип хәбәр итә "Башинформ"ға модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.

Был конкурста Башҡортостан данын "Мисс Республика-2021" исеменә эйә булған Илүзә Иҫәндәүләтова яҡлаясаҡ . Илүзәгә 22 йәш, ул Сибай ҡалаһында тыуған. Быйыл Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған.

"Мисс Республика-2021" конкурсында еңеүҙән тыш, Илүзә "Мисс Өфө - 2020", "Мисс Азия-Себер-2021", "Башҡортостан" кеүек исемдәргә  лә эйә. Сибай ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова.
 
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-10-21/ebe-e-bash-ort-y-y-2997705
Автор:
Читайте нас: